Моё кредо: Двигаться вперед и не останавливаться на достигнутом!
В детстве мечтала актрисою быть.
Очень хотела с искусством дружить.
Смело шагала по жизни большой
Просто с открытой, беспокойной душой.
И уж поверьте мне, не долго я себя искала:
Творить, работать в садике я стала.
А в мир детей вхожу как в дом родной,
Теперь я здесь своя. и каждый в меня верит.
Есть у меня призвание одно -
Люблю детишкам открывать в большой мир двери.
Льётся души моей сольная песня:
Я - ВОСПИТАТЕЛЬ! Что может быть чудесней?!
Минең педагогик фәлсәфәм!
Мин-тәрбиәсе! Минең янымда һәр ваҡыт балаларҙың көлөү тауыштары, уларҙың алсаҡ, донъяға нур һәм йәм һибеп торған йөҙҙәре. Донъялағы иң шатлыҡлы, иң бәхетле, иң эскерһеҙ кешеләрҙе етәкләп ер шарынан атлауыма сикһеҙ ғорурланам мин!
Ә кем һуң ул тәрбиәсе? Үҙемә ошо һорауҙы бирәм дә шундай матур, күңелле уйҙарға сумам, сөнки күҙ алдыма балаларҙың һинән барлыҡ һорауҙарға яуап көткән ҡараштары, йүгерешеп күңелле уйнауҙары, йырлап –бейеүҙәре- барыһы ла килеп баҫа…
Бала саҡты мин әкиәт донъяһылай күҙ алдыма килтерәм. Ул кеше ғүмеренең иң матур, ғәмһеҙ, бәхетле миҙгеле. Мин тәрбиәсе... әйтерһең дә, шул матур миҙгел тағы ла шатлыҡлыраҡ, файҙалыраҡ, онотолмаҫлыҡ булһын өсөн ергә яратылғанмын…
Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер инде. Әгәр ҙә ошо саф ҡарҙай ҡағыҙ битенә нимәнелер «хаталы яҙһаң», киләсәктә был хатаны төҙәтеүе бик ауыр буласаҡ, сөнки кешене бәләкәй саҡтан уҡ шәхес итеп тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн миңә, үҙ сиратынмда, профессиональ яҡтан белемле, аҡыллы, маҡсатыма ынтылыусан, ярҙамсыл, итәғәтле булырға тейешмендер.
Мин, ниндәйҙер кимәлдә, үҙемде әкиәттәге тылсымсы кеүек тоям. Сөнки һәр бала ниндәйҙер мөғжизә көтә, өмөтләнә. Мин тылсымсы... тылсымлы таяғым менән бер һелтәүҙә балаларға барыһын да асып һалам, нескә генә күңелдәренә үҙгәрештәр индереп, тәү ҡараштан уларға таныш булмаған ҡатмарлы әйберҙәрҙе ябай итеп күҙ алдына баҫтырып, киләсәк тормошҡа әҙерләйем.
Минеңсә, балаларҙың күңел төбөндә серле бер ҡыңғырау йәшеренгән. Бына шул ҡыңғырауҙы табып алып, еңелсә ҡуҙғалтып ебәрһәм, ул шундай бәхетле, аҡыллы, сәләмәт, күңелле тауыш менән сыңлап ебәрә. Үкенескә ҡаршы, был донъяла, төрлө күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар ҙа булып тора. Шуға күрә балаларҙы барлыҡ һынауҙарға әҙер булырға, уларҙы еңеп сығырға өйрәтеү минең төп бурысым. Оло яуаплылыҡ талап иткән яратҡан эшемдә түбәндәге ҡағиҙәләргә таянам:
- балаларҙы яратырға, уларҙың фекерен, ҡарашын хөрмәт итергә;
- балаларға төрлө яҡлап үҫешергә хәүефһеҙ мөмкинселектәр булдырырға;
- сәләмәт тормошҡа әйҙәргә;
- үҙен хөрмәт итергә өйрәтергә;
- Итәғәтле, иғтибарлы, үҙ-аллы булырға өндәргә, тыуған илебеҙгә, йортона, ата-әсәһенә һөйөү тәрбиәләргә;
- һаулығын һәм психикаһын һаҡлауға.
Уйын – балалар баҡсаһында төп эшмәкәрлек. Уйын, ул балаларҙы һәр яҡлап үҫтерергә, үҙ-ара аралашырға, телмәр үҫтерергә ярҙам итә.
Мин үҙемдең тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һәр көн һайын мин тәрбиәләнеүселәремдең күҙҙәренә ҡарайым: уларҙа күпме кисерештәр, уйланыуҙар, ҡыҙыҡһыныуҙар, күпме өмөт осҡондары, хыял... Мин ошоларҙы күрәм һәм үҙ эшемде шул тиклем ныҡ яратыуымды аңлайым.
Бәхетлеме мин? Ә бит һәр кешенең үҙ бәхете, был төрлө күрһәткестәрҙән сығып билдәләнә. Ә минең бәхетемдең бер өлөшө – ул мин яратып һайлаған һөнәрем!
Эйе, мин бәхетле кеше. Бик аҙ ғына ваҡыт эшләп өлгөрһәм дә, балалар баҡсаһы тип аталған донъя- ул минең икенсе өйөмә әүрелде тип тулы мәғәнәһендә әйтә алам.
Ә, шулай ҙа, ошоноң менән минең педагогик фәлсәфәм тамамланмай әле, сөнки мин иртәгә тағы ла баҡса ишеген асасаҡмын. Асылмаған серҙәргә, хәл ителмәгән эштәргә, мең төрлө һорауҙарға, мөғжизәле бала саҡ донъяһына-сумасаҡмын...