1. “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреүҙә региональ компонентты үҙләштереү”
3. Балалар баҡсаһында үҫеш мөхите
4. Бала тормошонда әкиәттәрҙең роле
Халыҡтың теле – уның бөтә тормошоноң бер ваҡытта ла һулымай торған һәм мәңге сәскә атып тора торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ һәм уның тыуған ере йәнләндерелә.
К.Д.Ушинский
Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙенең иленә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған теленә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Үҙенең теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ул ҡырағай кеше. Ул үҙенең асылы менән зарарлы кеше. Сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә.
К. Паустовский
Тел халыҡтың үлгән, йәшәүсе һәм киләсәк быуындарын бер бөйөк тарихи тере бөтөн итеп берләштереүсе иң мул һәм иң ныҡ бәйләүсе ул.
К.Д.Ушинский
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел; үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел.
М.Ғафури
Һүҙ – ул телмәрҙең нигеҙ ташы. Үҙ халҡына һәм туған телгә булған мөхәббәт бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйләнгән. Халыҡтың йәнле һөйләү теле – ул әҙәби телдең шишмәһе. Әсә теле – мәктәптә белем һәм тәрбиә ҡоралы.
Ж.Ғ.Кейекбаев
Ил менән тел төшөнсәһе миңә бер бөтөн. Мин әсәмдең телен уның үҙенән йолҡоп алып ҡарай алмайым. Ул тел минең үҙ телем һәм ул минең иң тура ата торған ҡоралым. Кеше ҡоралы менән атыу ҡыйын, ә ҡайһы бер мәргәндәргә был мөмкин дә түгел.
Р.Ғарипов
Заметки воспитателям